Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
21 Май 2024, 16:25

Йәш йырсы арабыҙҙан китте

Йырсының ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен. "Шоңҡар"ҙар. 

Йәш йырсы арабыҙҙан киттеЙәш йырсы арабыҙҙан китте
Йәш йырсы арабыҙҙан китте

Йырсы,композитор, республика йыр конкурстары лауреты Илдар Рәхимғолов Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫә.  Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ. Рус мәктәбендә белем алһа ла, үҙ телендә йырлау өсөн бер ҡаршылыҡ та тоймай ул. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһында, унан сәнғәт институтында вокал нескәлектәренә өйрәнә. Былтыр декабрь айында ул миңә:"Хәйерле көн, хөрмәтле Венер. 2020 йылда, коронавирус пандемияһы алдынан, Стәрлетамаҡ филармонияһынан китергә мәжбүр булдым. Шунан бер йыл һуҙымында ижади ялда инем. Унан һуң 2021-2023 йылдың сентябренә тиклем Сибай филармонияһында эшләнем. Әммә Сибайҙа фатир мәсьәләһе насар булыуы сәбәпле, унан китергә тура килде. Хәҙер инде Магнитогорск ҡалаһында йәшәп, эшләп йөрөйөм. Алла бирһә, киренән Бвшҡортостанға ҡайтырға уйлайым", - тигәйне ул. Ҡыҙғаныс, йәш йырсының ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлдө. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас