Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май , 10:50

“Нигеҙ” фильмының премьераһы үтте!

Режиссер Фәрзәнә УТАРБАЕВАның яңы фильмын “Родина” кинотеатрында күрһәттеләр.

“Нигеҙ” фильмының премьераһы үтте!
“Нигеҙ” фильмының премьераһы үтте!

21 май көндө Өфөнөң "Родина" кинотеатрында режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның "Нигеҙ" фильмының премьераһы үтте. 

 - “Нигеҙ” тип аталған ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм  —  тыуған йортоң менән хушлашыу, атайҙар һәм балалар проблемаһын күтәреп сыҡҡан картина, — ти Фәрзәнә. —  Фильмға сценарийҙы 2018 йылда уҡ “Атай йорто” тип яҙған инем. 2019 йылда грантҡа биреп ҡараным, үтмәне. Аҙаҡ инде декрет ялында булдым, ижадтан ситләшеп торҙом. Дүрт йыл үтте, донъялар үҙгәрҙе. Мин үҙем инде әсәй булараҡ үҙгәрҙем. Сценарий башҡа төрлөгә әүрелде. Алда уйланған һөлдә ҡалды, әммә икенсе уй-фекерҙәр, идеялар өҫтәлде. Ашҡа тоҙ, тәмләткестәр һалған һымаҡ, төрлө ерҙәрҙән илһам алып өҫтәй барҙым. Бына тиҙҙән, 4—5 йылдан һуң ғына, тамашасыға барып етә.

“Нигеҙ” “Росмолодежь.Гранты” тип аталған федераль программа буйынса һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге  “Башҡортостан” коностудияһы ярҙамында булдырылған.

Был фильм Күгәрсен районында төшөрөлгән икән.

- Үткән йылдың 1 октябренән  6 октябренә тиклем Күгәрсен районы Түләбай ауылында эшләнек, — тип һөйләй режиссер. — Ауылды оҙаҡ ҡына эҙләнек. Беҙгә бәләкәй генә, боронғо өйҙәр булған, эргәһендә кеше лә, машина ла менерлекбейек түгел тау булғанауыл кәрәк ине. Алты-ете район буйлап йөрөнөк. Осраҡлы ғына ошо ауылға барып эләктек. Түләбайҙы шунда уҡ оҡшаттыҡ! Күгәрсен районы халҡы беҙҙе шул тиклем йылы ҡаршы алды! Азат һәм Розалия Айытҡужиндар төшөрөү өсөн өйҙәрен бирҙе, Иртөбәк ауыл советы  хакимиәте башлығы Зәкир Үзбәков бар яҡлап ярҙам итте. Күгәрсен районы мәҙәниәт бүлеге лә үтенсетәребеҙҙе кире ҡаҡмай булышлыҡ күрһәтте. Рәхмәт барыһына ла! Тағы ла киностудия директоры Юнир Әминовҡа оло рәхмәтлебеҙ!

“Нигеҙ” фильмында ролдәрҙе Сибайҙан Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин, Стәрлетамаҡтан Рәсил Сынбулатов башҡара.

 

- Улар менән бик күңелле эшләнелде, — ти Фәрзәнә. —  Дөйөм алғанда, фильмымды рәхәт төшөрҙөк. Майҙансыҡта атмосфера ла еңел булды. Беренсенән, инде тәжрибә бар. Барыһын алдан күҙҙаллап, планлаштырып ҡуяһың. Икенсенән, дөрөҫ команда тупланылды. “Бабич” фильмын төшөргән Дамир Ғәйетҡолов, ҡуйыусыоператор, рәссам Руслан Мәғәлимов, тауыш операторы Гөлнара Сәйетоваһәм башҡа профессионалдарменән эшләнек. Был кешеләрҙе юҡҡа ғына йыйманым. Барыһы ла үҙ эштәренең белгесе, профессионалдар.

Фәрзәнәне премьера менән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: