Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Май , 10:24

Дарья Донцова менән Оксана Федорова ла килә

Өфөлә өс көн дауамында "Китап-байрамы" халыҡ ара йәрминкәһе үтәсәк.

Дарья Донцова менән Оксана Федорова ла килә
Дарья Донцова менән Оксана Федорова ла килә

2024 йылдың 24-26 майҙа Өфөлә II «Халыҡтар дуҫлығы - әҙәбиәт дуҫлығы» - тигән халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. Төп саралар Совет майҙанында уҙғарыласаҡ. Сара Башҡортостандың баш ҡалаһында икенсе тапҡыр үткәрелә.

Быйыл Өфөгә Рәсәй Федерацияһының 18 субъектынан, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән 223 нәшриәт килә.

Йәрминкә Бер нисә темаға: Өфө ҡалаһының 450 йыллығына, махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙең патриотик темаһына, бөйөк шағир Александр Пушкиндың 225 йыллығына, Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә арнала.

Китап йәрминкәһе асылыу датаһы ла символик – ул 24 майҙа – славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөндә үтәсәк.

Баш ҡалаға билдәле яҙыусылар, рәссамдар, артистар, Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең ҙур нәшриәттәре вәкилдәре киләсәк, улар араһында детектив жанрында китаптар авторы Дарья Донцова, билдәле яҙыусы, сценарист, продюсер Олег Рой, шулай уҡ Рәсәй театр һәм кино актеры Александр Олешко, билдәле алып баруысы Оксана Федорова һәм башҡалар.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас: