Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Май , 13:30

Илдарға 35 йәш кенә булған

Илдар  25 телде үҙләштергән һәм был телдәрҙә төрлө стилдәрҙәге  музыкаль әҫәрҙәрҙе бик яҡшы башҡарған. 

Илдарға 35 йәш кенә булған
Илдарға 35 йәш кенә булған

Йырсы  Илдар Рәхимғоловтың йәшләй  арабыҙҙан китеүе  хаҡында хәбәр иткәйнек инде.  Илдарға 35 булған,  ҡапыл вафат булыуына инсульт сәбәпсе.

Илдар  25 телде үҙләштергән һәм был телдәрҙә төрлө стилдәрҙәге  музыкаль әҫәрҙәрҙе бик яҡшы башҡарған. Сәнғәт институтын тамамлағандан һуң ул үҙенең ғүмерен сәхнәгә бағышлай, күп һанлы конкурстарҙа сығыш яһай, һәр ваҡыт призлы урындар яулай.

Илдар үҙенең ҡыҫҡа, әммә сағыу карьераһы дауамында Сибай концерт-театр берекмәһендә һәм Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында эшләй. Бынан тыш, йырсы бер ни тиклем ваҡыт Магнитогорскиҙа депутат була, ижади эшмәкәрлеген йәмәғәт эше менән берләштерә. Илдар тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. 

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас: