+21 °С
Болотло
23 майҙа Өфөләге Йәштәр һарайында барған концертында йырсы Радик Юлъяҡшинға «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме тапшырылды. Артист награданы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡулынан алды. Берәүҙәр быға шәп тип ҡул сапты, икенселәр, әле иртәрәк түгелме икән, тип шыбырлашты. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?