Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июнь , 16:33

"Салауат йыйыны"на рәхим итегеҙ!

  Республика халҡын ҙур байрам көтә.

"Салауат йыйыны"на рәхим итегеҙ!
"Салауат йыйыны"на рәхим итегеҙ!

Бөгөн "Башинформ" агентлығында буласаҡ байрамға арналған пресс-конференция үтте. Осрашыуҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко, Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, Салауат районы хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Артур  Иҙелбаев ҡатнашты.

 

Пресс-конференцияла башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арналған юбилей тантанаһында ниҙәр көтөләсәге, ниҙәр үткәреләсәге тураһында һүҙ барҙы.

 

  • Салауат Юлаев һәр быуатта ла халыҡты ҡаһарманлыҡҡа илһамландырған символ булған. 1812 йылда Төньяҡ амурҙары ла, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре лә, бөгөн дә һалдаттар уның исеме менән Ватанды һаҡларға күтәрелгән. Беҙҙең төп бурысыбыҙ ошо быуындар бәйләнешен күрһәтеү, - ти Әминә Шафиҡова.

 

“Салауат йыйыны – 2024” Төбәк-ара байрамы 16 июндә ойоштороласаҡ. Ошо уҡ көндө Салауат районында “Салауат ере“ тарихи-мемориаль комплексы асыласаҡ.

 

Сара Салауат районының һабантуйы үткән ерҙә ойошторола, ә комплекс Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында – Тәкәйҙә асыла.

 

Шулай уҡ төрлө конкурстар, спорт ярыштары уҙғарыла:

 

  •  «Аҡбуҙат» республика ат сабышы;
  •  «Салауат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы;
  •  «Иң яҡшы башҡорт тирмәһе» тирмәләр конкурсы;
  •  Балалар сәхнәһендә балалар һабантуйы;
  •  «Беҙ – Салауат тоҡомо» республика конкурсы. Егеттәр араһында – «Салауат батыры», ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы – Зөләйха» бәйгеһе;
  •  Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенир өсөн «Оран» республика конкурсы;
  •  Башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Салауат бәйгеһе» асыҡ турниры;
  •  Салауат Юлаев призына милли спорт көрәше буйынса «Көрәш» асыҡ республика турниры;
  •  Төп сәхнәлә Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты.

 

 

Концерт программаһында Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, шулай уҡ популяр төркөмдәр һәм артистар сығыш яһай.

Байрамда Салауат районының иң яҡшы ижади коллективтары, шулай уҡ һәүәҫкәр артистар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт әһелдәре һәм спортсылар ҡатнаша.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: