Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Июнь , 22:12

"Салауат Юлаев Башҡортостан өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Салауат йыйыны»да ҡатнашты.

"Салауат Юлаев Башҡортостан өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә"
"Салауат Юлаев Башҡортостан өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә"

 

16 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Салауат йыйыны» Республика фольклор байрамында ҡатнашты.

 

Республиканың милли геройы һәм шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған фестиваль Яңы Ҡаратаулы ауылы янында үтте.

 

Төбәк етәксеһе Башҡортостан халҡын Салауат Юлаевтың тыуған көнө менән ҡотланы.

 

– Салауат Юлаев Башҡортостан өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә. Был халҡыбыҙҙың рухы, абруйы, илһөйәрлеге һәм батырлығы символы. Салауат Юлаев исеме менән башҡорт яугирҙары 1812 йылда Парижға барып ингән, Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған. Бөгөн дә Салауат вариҫтары илебеҙҙе махсус хәрби операция сиктәрендә батырҙарса яҡлай.

Салауат Юлаев исемен йөрөткән ике батальоныбыҙ бар.

Салауат Юлаев ордены кавалеры итеп, уның исемен йөрөткән дәүләт премиялары менән беҙ республикабыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индереүселәрҙе билдәләйбеҙ.

Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә. Уның эше бөгөн дә дауам итә, батыр рухы еңеүгә өндәй, сәсән һүҙе берләштерә. Милли батырыбыҙҙың тыуған көнө менән барығыҙҙы ла ысын күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем.

Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!  - тине Радий Хәбиров.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: