Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Июнь , 23:05

Ишморат Илбәковҡа ни өсөн отпуск биргәндәр?

Бик тиҙ генә юлға сыҡтым, сөнки беҙҙең хәрби дирижерҙың ҡатыны ауырып киткән. Ул башҡорт балын, прополис алып килеүемде  һораны минән. 

Ишморат Илбәковҡа ни өсөн отпуск биргәндәр?
Ишморат Илбәковҡа ни өсөн отпуск биргәндәр?

Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат ИЛБӘКОВ:

- Камчаткала хеҙмәт иттем. Бер концертта ҡурайҙа уйнағандан һуң, бер айға ялға ҡайтарып ебәрҙеләр.

Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат ИЛБӘКОВ:

Мин 1982-1984 йылдарҙа Камчаткала, Ключи-1 тигән ҡалала, 25522-Я хәрби часында хеҙмәт иттем, оркестрҙа. Ул ҙур 30080 хәрби часына ҡарай ине.

Халыҡтар дуҫлығына арналған концерттан һуң сәхнәгә Мәскәүҙән генерал-полковник Коршунов килеп менде. Мине ҡосаҡлап алды ла: “Вот нашелся башкирский курай!” – тине. Мин ул концертта “Калинка”, “Катюша”, башҡорт халыҡ көйө “Ҡарабай”ҙы уйнағайным. Шунан һуң миңә бер айға отпуск бирҙеләр. Бик тиҙ генә юлға сыҡтым, сөнки беҙҙең хәрби дирижерҙың ҡатыны ауырып киткән. Ул башҡорт балын, прополис алып килеүемде  һораны минән. Алып барҙым инде башҡорт балын бер айҙан һуң.

Ҡайҙа йөрөһәм дә, ҡурайым эргәмдә булды. Ҡурайҙы армияға посылка менән һалғайнылар.

Ҡурайым арҡаһында 38 илдә булдым, аллаға шөкөр.

Тәғзиә ХӘБИРОВА.

"Тамаша" журналынан. 

Автор:
Читайте нас: