+21 °С
Болотло
Бөгөн Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы менән берлектә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 10 йәш авторҙың - «Тел арт-резиденцияһы» проекты финалсыларының эш һөҙөмтәләре менән таныштырыу сараһы уҙҙы.
Кисәнең ҡунаҡтары проектта ҡатнашыусыларҙың Бөрйән районында 3 көн эсендә уйлап сығарылған әҙәби-театр постановкаһын ҡараны.
Сараның аҙағында «Тел арт-резиденцияһы» Бөтә Рәсәй проектының күсмә программаһында ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте.
Фото: «Национальная библиотека Башкортостана» төркөмөнән.