Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Август , 14:25

Айгөл Әсәҙуллинаны алдап аҡсаһын алғандар

Йырсы үҙебеҙҙең кеше тип һоҫолған. Һеҙҙе шулай алдағандары булдымы? 

Айгөл Әсәҙуллинаны алдап аҡсаһын алғандар
Айгөл Әсәҙуллинаны алдап аҡсаһын алғандар

 Өфөлә йәшәгәндә аҡса йәһәтенән ныҡ ҡына алдандыҡ. Хәҙер кешеләр төрлө шикле пирамидаларға инеп аҡсаһын юғалтһа, беҙ ҙә үҙ мәлендә ҙур ғына афера ҡорбаны булдыҡ. Үҙебеҙҙең милләт кешеһе тип ышанып, осһоҙло фатир алып ҡалабыҙ тип, берәүгә расписка яҙып ҡына миллион ярым һум аҡса сығарып тотторҙоҡ. Йәш, тормош тәжрибәһе етмәгән саҡ инде. Беҙҙән тыш, тағы ла илле кешене төп башына ултыртҡан булып сыҡты теге әҙәм. Ә аҡса кредитҡа алынған ине. Бына шул хәл, ысынлап та, ғүмерлек һабаҡ булды. Аҡса мәсьәләһендә бик һаҡ эш итергә, матур һөйләгән кешеләргә ышанап бармаҫҡа өйрәтте. Ул аҡсаны түләп бөттөк. Хәҙер онотолдо инде ул тарих. Әммә ҙур бер тормош дәресе булып ҡалды.

Автор:
Читайте нас: