+22 °С
Ямғыр
Легендар композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы РИМ ХӘСӘНОВтың йырҙарын йырламаған кеше юҡтыр. Уға йыш ҡына: "Һеҙ ҡасан йондоҙ булып уяндығыҙ? Ниндәй йырҙы ижад иткәс, билдәлелек килде һеҙгә?" - тигән һорау бирәләр.
– 1964 йылдың август айында дүрт кешенән торған ансамбль (гитара, бас-гитара, аккардеон, һуҡма инструменттар) менән «Әҡлимә» йырын башҡарҙыҡ. Телевизорҙан күрһәттеләр – иртәгәһенә бөтә халыҡ таный ине инде, - тип яуап бирә был һорауға композитор.
Ә һеҙгә был йыр танышмы?