Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Мәҙәниәт
17 Августа 2024, 17:30

Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл

Түңгәүер ырыуының VI йыйыны сиктәрендә Аҡъярҙа ҡурайҙы донъяға танытҡан билдәле яҡташыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды.

Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәлМәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл
Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл

Бөйөк ҡурайсыбыҙҙың һыны Мәҙәниәт һәм ял паркының үҙәгендә урын алды. Һәйкәлде асыу тантанаһында район халҡы, Түңгәүерҙәр йыйыны делегаттары һәм рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов,  Республика халыҡ ижады үҙәгенең директоры Салауат Кирәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев,  Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов, Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Биҡҡолов сығыш яһап, ҡурай моңо тынмауын, башҡорт мәҙәниәте үҫешеүен һәм туған телебеҙ һаҡланыуын теләне.

Тантана барышында һәйкәлдең скульпторы – Рәсәйҙең һәм Башҡорто­стандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахмановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

–Билдәле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған һәйкәлде эшләүгә яңы йылға тиклем тотонғай­ным. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Хөрмәтулла Үтәшев менән һөйләшкәндән һуң, проекттың эскизын эшләнем һәм рәссамдәр, ҡурайсыларҙан комиссия йыйып, фекер алыштыҡ, тәҡдим-кәңәштәр булды. Һәйкәл бронзанан ҡойол­до. Уның бейеклеге 2,35 метр, – тине Хәниф Мир­заһит улы.

Кеше ғүмере күҙ асып йомғансы үтә лә китә, ә бына уның башҡарған эштәре, изге ғәмәлдәре иһә халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.

Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл
Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл
Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл
Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл
Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл
Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл
Мәшһүр ҡурайсыға – һәйкәл
Автор:
Читайте нас