Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
22 Август 2024, 10:45

«ЙЫРЛА, БЕЙЕ, СТУДЕНТ!»

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары яңы уҡыу йылы менән ҡотлап баш ҡала студенттарына шәп концерт программаһын тәҡдим итә. 85-се ижад миҙгеленең иң яҡшы хиттары, популяр музыка, дәртле бейеүҙәр, уйын - көлкө менән барған тамашала интерактив уйындар, дискотека буласаҡ! 1 сентябрь, 18:00 ОСРАШЫУ УРЫНЫ: СОВЕТ МАЙҘАНЫ!

«ЙЫРЛА, БЕЙЕ, СТУДЕНТ!»«ЙЫРЛА, БЕЙЕ, СТУДЕНТ!»
«ЙЫРЛА, БЕЙЕ, СТУДЕНТ!»

1 сентябрь, 18:00
ОСРАШЫУ УРЫНЫ:
СОВЕТ МАЙҘАНЫ!

«ЙЫРЛА, БЕЙЕ, СТУДЕНТ!»
Филармония артистары студенттарҙы йыя!

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары яңы уҡыу йылы менән ҡотлап баш ҡала студенттарына шәп концерт программаһын тәҡдим итә. 85-се ижад миҙгеленең иң яҡшы хиттары, популяр музыка, дәртле бейеүҙәр, уйын - көлкө менән барған тамашала интерактив уйындар, дискотека буласаҡ!

Сәхнәлә йәштәрҙең яратып тыңлаған талантлы артистары: Тимур Рамазанов, Айтуған Ғәйзуллин, Зөлхизә Илбәкова, Радмир Исмәғилов (Rody Dillon) һәм «Әйе» төркөмө сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары: Заһир Иҫәнсурин, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Рөстәм Шаһыбалов, Светлана Атанғолова, Фәриҙә Ғаззалова, Гөлнур Мансурова ла йырҙарын бүләк итәсәк.
Талантлы музыканттар Аурика Уршеева (саксофон), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), мультиинструменталистар: Миңдеғәфүр Зәйнетдинов һәм Илнур Хәйруллиндың дәртле көй - моңдарына рәхәтләнеп бейеү форсаты ла буласаҡ! Алып барыусылар: Элмира Юлдашева һәм Зилиә Сәфиуллина студенттарға сессияларҙы уңышлы биреү серҙәрен асасаҡ.
Концерттың режиссерҙары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгиза Илбәкова һәм Дилбәр Фәйзиева.
Яңы башланасаҡ яуаплы, тыңғыһыҙ уҡыу йылын шатланып, дәртләнеп, илһамланып башлағығыҙ килһә, 1 сентябрь Совет майҙанына ашығығыҙ! Филармония артистары һеҙгә дәрт, илһам, ыңғай энергетика бүләк итәсәк! Осрашҡанға тиклем! Көтәбеҙ!

 

Автор:
Читайте нас