Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
23 Август 2024, 05:42

Ауылда музей асылған

98 йыллыҡ тарихы булған Сәләх ауылына нигеҙ һалыусы Сәләх Мөхәммәтсаҙиҡ улы Мортаев йәшәгән йорт төҙөкләндерелеп,  музей итеп ишектәрен асты. 

Ауылда музей асылғанАуылда музей асылған
Ауылда музей асылған

Йылайыр районы Сәләх ауылы халҡы өсөн был көн оло ваҡиға булды. 98 йыллыҡ тарихы булған Сәләх ауылына нигеҙ һалыусы Сәләх Мөхәммәтсаҙиҡ улы Мортаев йәшәгән йорт төҙөкләндерелеп,  музей итеп ишектәрен асты.

Музей «Атайсалға изге эштәр» проекты сиктәрендә тамырҙары Сәләх ауылына тоташҡан, хәҙерге көндә Өфөлә йәшәүсе Сәләх Мортаевтың ейәнсәре Вәғиҙә Солтанғолова инициативаһы менән булдырылды.

Сараның тантаналы өлөшөндә район  хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Солтанов,  Өфөләге яҡташтар берлеге рәйесе Юнер Вәлеев, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлсәсәк Иғдәүләтова һәм Сәләх Мортаевтың 104 вариҫы ҡатнашты.  Сәләх Мортаевтың иң оло ейәнсәре Мәрйәм инәй Һеләүһенова һәм иң кесе тыуасары Айзилә Мортаева ла килде сараға.

Сара башында йорт фасадына таҡтаташ ҡуйылды. Уны ауылдың ағинәйҙәре, Сәләх Мортаевты күреп, белеүсе  Хәмиҙиә инәй Рәмова һәм Фәрзәнә инәй Иҫәнбаева асты.

 

Сығанаҡ: https://aulut.ru/

Лена Валиуллина

Автор:
Читайте нас