Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
23 Август 2024, 12:39

Халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинға бюст һәм музей асылды

Бөгөнгө көндә ошондай матур мәҙәни усаҡ  асылыуы - ул Башҡортостан халҡының, республика етәкселегенең Роберт Миңнуллинға ҡарата бер хөрмәт билгеһе, - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинға бюст һәм музей асылдыХалыҡ шағиры Роберт Миңнуллинға бюст һәм музей асылды
Халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинға бюст һәм музей асылды

Илеш районы Шәммәт ауылында Татарстандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Роберт Миңнуллинға бюст һәм музей асылды.

 

Сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Татарстандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Натфуллин, Татарстандың Яҙыусылар союзы рәйесе Ркаил Зәйдулла, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Роберт Миңнуллиндың тормош иптәше Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Клара Миңнуллина, әҙиптең туғандары, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

 

Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин әйтеүенсә, был музей "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы барлыҡҡа килгән. Бюст авторы - Тимофей Тюрин.

 

-Роберт Миңнуллин - ике халыҡ өсөн дә бик яҡын яҙыусы. Ул Башҡортостан менән Татарстанды берләштереп торған әҙип, дәүләт эшмәкәре булды. Бик күп башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен татарсаға тәржемә итеп, Ҡазанда сығарҙы. Республикабыҙҙа үткән барлыҡ әһәмиәтле сараларға килә торғайны.

Башҡортостан халҡы уны бик яратты. Бөгөнгө көндә ошондай матур мәҙәни усаҡ  асылыуы - ул Башҡортостан халҡының, республика етәкселегенең Роберт Миңнуллинға ҡарата бер хөрмәт билгеһе, - тине Әминә Шафиҡова.

 

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең сығышында Роберт Миңнуллиндың башҡорт әҙиптәре - Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабай, Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Динис Бүләков, Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов менән бик яҡын дуҫ булыуын билдәләне, милли матбуғатта башҡорт яҙыусылары тураһында сығыш яһап тороуын, бөгөн дә яҙыусылар әҙип башлаған юлды - Башҡортостан менән Татарстан араһында дуҫлыҡ күперен нығытыуҙы дауам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 

 

 

 

 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас