Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
27 Август 2024, 09:24

Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Суфиян Поварисовтың исеме мәңгеләштерелде.

Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылдыАрҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Суфиян Поварисовтың исеме мәңгеләштерелде. Шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Тантананы Башҡортостандың яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинә башлап ебәрҙе. Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наиль Ғәйетбай, әҙиптең ҡыҙы Клара Поварисова, туғандары, яҡташтары һәм коллегалары ҡатнашты. Яҙыусының яҡындары уны талантлы, көслө, изге күңелле уҡытыусы тип иҫкә алды. Йылы һүҙҙәр яңғырағандан һуң иҫтәлекле таҡтаташтың алдына сәскәләр һалынды.

Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Арҙаҡлы яҙыусыға таҡтаташ асылды
Автор:
Читайте нас