+24 °С
Ямғыр
Әбйәлилдә сәнғәт әһелдәре, яҙыусылар менән берлектәге "Беҙ бергә" тап аталған осрашыуҙар дауам итә. Бөгөн сара Ҡырҙас ауылында бара. Осрашыуға ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ла дәррәү килгән. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлсәсәк Кейекҡужина әйтеүенсә, ауыл ҡатындары ҡыш буйына яу ҡырындағы егеттәрәбеҙгә маскировка селтәрҙәре әҙерләгәндәр. "Элек-электән халҡыбыҙ төрлө ауырлыҡтарҙы бергәләп еңеп сыҡҡан. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Был эштә бигерәк тә Фәриҙә Сөләймәнова, Фәриҙә Булатова, Гүзәл Асҡарова, Гөлнур Вәлиевалар әүҙемлек күрһәтә. Беҙҙең көс - берҙәмлектә, - ти Гөлсәсәк Кейекҡужина.