Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Мәҙәниәт
2 Сентября 2024, 08:37

Бүләкте тапшырҙыҡ!

Бөгөн редакциябыҙҙа ҡунаҡта Бөрйән районынан Гүзәл Тренкина булды. Ул — беҙҙең конкурстың еңеүсеһе!

Бүләкте тапшырҙыҡ!Бүләкте тапшырҙыҡ!
Бүләкте тапшырҙыҡ!

 

Күптән түгел төркөмөбөҙҙә “Беҙҙең почтальон” тигән конкурс  үткәргәйнек. Унда Бөрйән районынан Тренкина Гүзәл беренсе урынды алды.

Гүзәл Дамировна Тренкина Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында почтальон булып 2011 йылдан бирле эшләй. Уға тиклем 35 йылдан ашыу телефонистка булған. Кәрәҙле телефондар ҡулланыла башлағас, телефонист һөнәренең кәрәге бөтә һәм уны почтаға эшкә саҡыралар. “Хеҙмәтем ауыр булһа ла, ныҡ ҡыҙыҡлы, оҡшай. Коллектив та һәйбәт. Күп тапҡырҙар районыбыҙҙа “Йылдың иң яҡшы почтальоны” һәм “Таң” район гәзитенә иң күп яҙҙырыусы” исеменә лайыҡ булдым”, – ти ул, ғорурланып.

Еңеүсегә Тансулпан Валеева эшләгән ике түшелдерек бүләк итергә вәғәҙә биргәйнек. Бөгөн редакциябыҙға Гүзәл апай үҙе килде. Еңеүе менән ҡотлап, эшендә уңыштар теләп, бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ.

 

Автор:
Читайте нас