Данлыҡлы мотоспортсы Ғабдрахман Ҡадиров ҡатын-ҡыҙ иғтибарынан осоноп киткәндәрҙән булған. Нәзифә башта уны бик оҡшатмай ҙа. Аралаша башлағас, уның иҫ китмәле әңгәмәләш булыуына һоҡлана. Өс йыл буйына осрашып йөрөгәндәр. Тик быға тиклем ике тапҡыр өйләнеп айырылған Ғабдрахман Нәзифәнең йөрәгенә шик һалмай түгел, һала. Тәҡдим яһалғас, йөҙ ҡат уйлай... һәм ризалығын бирә. Әсәһе лә ҡыҙының теләгенә ҡаршы килмәй: «Барған ереңә таш булып төш. Ҡәйнә менән йәшәргә лә тура килер, түҙ. Ауыр минуттарҙы ла кисерә бел, ҡайтып иларлыҡ булма», - тип әйтә. Шау-шыулы туйҙар уҙғарып тормайҙар, ауылда туған-тыумаса менән байрам итәләр.
"Шәһри Ҡазан"