Сәхнәлә һомғолдар барыбер матурыраҡ күренә. Артыҡ ауырлыҡ кешегә йәш өҫтәй, артист олпатланып китә. Бынан тыш, кардебалет менән дә бейергә кәрәк. Ә сәхнәлә тумарлап йөрөһәң, нисек бейейһең? Минеңсә, үҙеңде формала тотоу —һөнәребеҙҙең бер өлөшө, сәхнә ҡануны. Шуға ла үҙем дә фигурама ныҡ иғтибар иттем. Төрлө диеталар тоттом, икмәк ашаманым, ҡарабойҙай менән генә туҡландым. Әлмирә апай мунсаға алып бара, ә мунсаны мин бөтөнләй яратмай инем! Ул мине сабындыра ла, тоҙ менән ышҡый. Соланға сығып ҡолаһам, ул миңә һыуыҡ һыу ҡоя ла кире индерә. Шунан бирле мунсаны ярата башланым.
Беренсе бәпәйебеҙ тыуғас, гормондарҙа үҙгәрештәр булғанмы икән, ябыға алдым. Кеше нимәнелер ныҡ теләһә, мотлаҡ моратына ирешә. Ябығыуым ҙур сенсация һымаҡ ҡабул ителде. Хатта гәзиттәрҙә: “Лилиә Ишемйәрова нисек ябыҡҡан?” тигән исемле мәҡәләләр баҫылды. Артыҡ ауырлыҡ күптәрҙең проблемаһы, шуға ла кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. “Диетағыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле?” тип хаттар яҙалар. Икмәк ашамаҫҡа, күберәк атларға кәрәк тиһәм, ышанмайҙар, еңел генә ысул ишетермен тип көтәләр.
Кәңәш биреүселәрҙең һүҙҙәре комплекс тыуҙырманы. Хатта бейеүселәр менән тренажға йөрөй инем. Хәрәкәттәремдән улар тәгәрәп ятып көлә. Ә миңә барыбер булды, кәрәк икән, тимәк, шөғөлләнәм. Әлеге ваҡытта ауырлығымды күҙәтеп барам, артығыраҡ була башлаһа, әһә, тәм-том ашауҙан тыйылып торорға, күберәк хәрәкәт итергә ҡарар ҡабул итәм. Олоғая барған һайын был эш ауырлаша. Элекке һымаҡ алтынан һуң ғына ашамай, ябығып булмай. Күберәк көс талап ителә.