Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2024, 14:27

Һайлауға барғанда ла ҡумыҙынан айырылмай

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов тауыш биреп кенә ҡалманы, ә һайлаусыларға байрам кәйефе лә бүләк итте.

- Өфө ҡалаһындағы 144-се һайлау участогында айырыуса йәнлелек һиҙелә, - ти башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Рамаҙан ҡыҙы Юнысова. - Әлеге ваҡытҡа һайлаусыларҙың 40 процент тирәһе тауыш бирҙе лә инде.

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов та ғаиләһе менән тап ошо участокка ҡарай. Һәм улар бөгөн килеп, тауыш биреп кенә ҡалмағандар, ә ҡумыҙ моңдарын яңғыратып, байрам кәйефе лә бүләк иткәндәр.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас