Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
10 Сентябрь 2024, 15:25

Фидан Ғафаров кемде әрләгән?

“Әйттем бит мин һиңә, алама ғәҙәттәреңде ташла тип! Хәҙер йөрөйһөң инде бына! Ней ҡайта алмайһың, ней йүнле кейем алырға аҡсаң юҡ!”

Фидан Ғафаров кемде әрләгән?Фидан Ғафаров кемде әрләгән?
Фидан Ғафаров кемде әрләгән?

Бер нисә йыл элек театр Салауат ҡалаһына гастролгә барғанда шундай ваҡиғалар була. Тәнәфес. Бер төркөм ир-егет, улар араһында Фидан ағай ҙа бар, гәпләшеп тора. Уларҙың эргәһенә алама ғына кейемдә йәш егет килеп баҫа. Фидан ағай был егеткә: “Әйттем бит мин һиңә, алама ғәҙәттәреңде ташла тип! Хәҙер йөрөйһөң инде бына! Ней ҡайта алмайһың, ней йүнле кейем алырға аҡсаң юҡ!” – тип тегене әрләп ташлай.

Шунан Салауат башҡорт драма театры артистарына боролоп: “Егеттәр, милицияла блатығыҙ юҡмы? Һеҙҙекеләр минең шоферымдың праваһын алған, шуға ул бына ошондай меҫкенлеккә төшкән, ҡайта ла алмай йөрөй…” – тип хәбәр һалған. Фидан ағай үҙе үк әйткәс, тегеләр, әлбиттә, тегендә-бында шылтыратып, таныштарын эҙләй башлаған, йәш егеткә праваһын алып бирергә вәғәҙә бирәләр… Антракттан һуң спектакль башлана. Алама кейемдәге теге егет сәхнәгә килеп сыға!.. Шунда ғына Фидан ағай менән бергә гәп һатып тороусылар аңлап ҡала: артист уларҙы шаяртҡан бит! Баҡ тиһәң, был йәш артист спектаклдә бомж ролендә уйнап йөрөй икән!..

Автор:
Читайте нас