Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
12 Сентябрь 2024, 04:55

Вәхит Хызыров ни өсөн бейеүҙе ташлаған?

Малай концерттарҙа «Перовский»ҙы дәртләнеп бейей. Тик...

Вәхит Хызыров ни өсөн бейеүҙе ташлаған?Вәхит Хызыров ни өсөн бейеүҙе ташлаған?
Вәхит Хызыров ни өсөн бейеүҙе ташлаған?

Ғаиләләге дүртенсе бала Вәхит Хызыров өс йәштән сәхнәгә менә. Әсәһе уға бик матур милли бейеү кейеме һәм ҡыҙыл бәрхәттән ситек тегеп бирә. Малай концерттарҙа «Перовский»ҙы дәртләнеп бейей, ауылдаштары яратып йырлаған мөхәббәт йырҙарын башҡара. Шул саҡта уҡ һәләтле малайҙы «Ғәлибайҙың артист улы» тип йөрөтәләр.

Бер көн Әҡлимә апай улының күңелен китмәҫкә тырышып, йомшаҡ тауыш менән: «Балам, һин матур йырлайһың. Әйҙә, йырлап ҡына йөрө, бейеп торма инде, аяҡтарың килешмәй», — ти. Әсә һүҙенән сығып булмай инде. Вәхит башҡаса сәхнәлә бейемәй.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас