Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Сентябрь 2024, 22:45

Айҙар Ғәлимов өйләнгән

Ә уның туйында кем йырлаған тиһегеҙме? 

Айҙар Ғәлимов өйләнгән
Айҙар Ғәлимов өйләнгән

 

Яугир Айҙар Ғәлимов  ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡас өйләнгән. Байрам Шишмә районында булған. Йырсы Айҙар Ғәлимов иһә йәш ғаиләне ҡотлап  йыр башҡарған, уларға изге теләктәрен еткергән. Шуныһын ла әйтергә кәрәк: яугир – Айҙар йырсы Айҙар Ғәлимовтың аҙашы. Шуға күрә ул үҙенә "Йырсы" тигән позывной алған. “Миңә Айҙар Ғәлимов башҡарыуындағы йырҙар бик оҡшай. Уны минең ғаиләлә барыһы ла тыңлай. Айҙар Ғәлимов күңелгә үтеп керерлек итеп йырлай", – тигән ине ул бер йыл элек. Айҙар туйында йырсы Айҙар Ғәлимовтың йырлауы тураһында хыялланған. "Башинформ"дың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов йырсыға  шылтыратып, хәлде аңлатҡан.  Айҙар Ғәлимов һүҙендә торған һәм, туйға килеп, кейәү менән кәләш өсөн йыр  башҡарған.

 Фото: "Башинформ"

Айҙар Ғәлимов өйләнгән
Айҙар Ғәлимов өйләнгән
Айҙар Ғәлимов өйләнгән
Автор:
Читайте нас: