Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Сентябрь 2024, 18:30

Нәзифә Ҡадирова: "Өсөнсө балаһын тапҡандан һуң ҡыҙым да, сабыйы ла үлде"

Аллаһы ауырлығын да, уны күтәрергә көсөн дә бирә икән...

Нәзифә Ҡадирова: "Өсөнсө балаһын тапҡандан һуң ҡыҙым да, сабыйы ла үлде"
Нәзифә Ҡадирова: "Өсөнсө балаһын тапҡандан һуң ҡыҙым да, сабыйы ла үлде"

2009 йыл халыҡ артисы өсөн иң ауыры була. Уд ҡайғы артынан ҡайғы кисерә. Март айында ҡәйнәһе, ноябрҙә әсәһе менән хушлаша. Ә инде декабрҙә, ике балаһын етем ҡалдырып, ҡыҙы ла яҡты донъянан китеп бара. - Ике йыл айырма менән, өс бала тапты, шул сәбәпле организмы хәлһеҙләнде. Үпкә ялҡынһыныуынан беренсе тулҡынын үткәреп ебәрҙе, әммә  икенсеһенә көсө етмәне. Өсөнсө балаһы тыуғандан һуң, үҙе лә, сабыйы ла үлде. Аллаһы ауырлығын ла, уны күтәрергә көсөн лә бирә икән... Үлгән артынан үлеп булмай. Бөгөн Нәзифә Ҡадирова бөтә тормошон ошо балаларҙы  тәрбиәләүгә һәм йырға бағышлай. Данил менән Лизаһы өсөн үлеп тора. Малай, олатаһы  кеүек, спорт менән шөғөлләнә. Ә Лиза йыр-моңға әүәҫ. Әсәйҙәре үлгәндә бик бәләкәй булһалар ла, уны яҡшы хәтерләйҙәр, телдән дә төшөрмәйҙәр. 

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас: