-5 °С
Болотло
"Диплом алғас, һәр актерҙың хыялы булған Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләргә теләнем, - ти бөгөн билдәле йырсы Тимур Рамаҙанов. - Тик унда мине бер кем дә ҡолас йәйеп көтөп тормай ине. Ҡайҙа барырға белмәй аптыранып йөрөгән саҡта, татар телен тиҙ арала өйрәнеү шарты менән, Ҡазан музыка драма театрына эшкә саҡырыу булды. Телде өйрәнә башланым, сумаҙан йыйылды. Юлға сығырға йөрөгәндә, Мәхмүт ағай Нәҙершин шылтыратып, филармонияға эшкә урынлашыу өсөн әңгәмәгә саҡырҙы. Шулай итеп, мин яңы асылған “Каруан” төркөмөндә эш башланым".
Фото: "Бәйләнештә"