Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Сентябрь , 20:50

Айҙар Ғәлимовты бер ҡыҙ юллап килгән

Быға буласаҡ йырсы ышанмаған тәүҙә...

Айҙар  Ғәлимовты бер ҡыҙ юллап килгән
Айҙар Ғәлимовты бер ҡыҙ юллап килгән

"Беҙ Зилә менән Өфө автотранспорт техникумында бергә уҡыныҡ. Үҙешмәкәр сәнғәткә ҙур иғтибар бирелә ине беҙҙә – мин инде, әлбиттә, сәхнәнән төшмәйем. Зилә лә йырға мөкиббән киткән кеше – бер байрамда ойошторолған концертта сәхнәгә ул да сыҡты. Шулай таныштык... Унан һуң «автомотопробег»ҡа сығып киттек (ул саҡта әле гастрольдең ни икәнен белмәйбеҙ!): төрлө ерҙәргә барып, техникум тураһында һөйләйбеҙ,  үҙебеҙгә уҡырға саҡырабыҙ. Шул саҡта Зилә  меннә тағы ла яҡынайҙыҡ.
Ул мине армияға оҙатып ҡалды. Ә  һуңынан, күрергә тип, яныма килде! Литваға ҡәҙәр! Балтик буйы ул саҡта ла  барыбер сит ил кеүек ине бит. Уның килерен белмәй инем, әлбиттә.  Өйрәнеүҙәр ваҡыты ине. Бер лейтенант: «А ты знаешь, что к тебе девушка приехала?» – ти. Ышанманым! Булмаҫ тим! Бергә үткәргән һәр миҙгеле иҫтә ул саҡтың... Армиянан ҡайтҡас, оҙаҡ осрашып йөрмәнек инде, өйләнештек."

"Тамаша" журналынан

Автор:
Читайте нас: