Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Сентябрь , 18:42

Кино сәнғәте теле барыһына ла аңлашыла

"Родина" кинотеатрында "Берләшмә киңлегендәге кино" тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала биш илдән режиссерҙар, продюсерҙар, актерҙар  ҡатнашты.

Кино сәнғәте теле барыһына ла аңлашыла
Кино сәнғәте теле барыһына ла аңлашыла

17 - 19 сентябрҙә Өфөлә БДБ илдәре ижади һәм фәнни интеллигенцияһының XVII форумы үтә.

 

Сараның маҡсаты – дөйөм мәҙәни компетентлыҡты формалаштырыу,  БДБ илдәре халыҡтарының әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыу мәҙәниәтен һәм халыҡтар дуҫлығын пропагандалау.

 

Бөгөн "Родина" кинотеатрында "Берләшмә киңлегендәге кино" тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала Рәсәй, Беларус, Төркмәнстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан илдәренән режиссерҙар, продюсерҙар, актерҙар  ҡатнашты.

 

Түңәрәк өҫтәлдә һүҙ заман киноһы тураһында барҙы. Тәүгеләрҙән булып

Ә. Абдразаҡов ис. "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев сығыш яһаны. Ул төбәктә кино сәнғәтенең үҫеше, студияның эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Юнир Әминев һүҙҙәре буйынса, бер нисә йыл элек республикала йылына ике фильм булдырылған. Әммә хәҙер, төбәк етәкселәренең булышлыҡ күрһәткәс, йылына биш картина булдырыу мөмкин.

 

  • Ә. Абдразаҡов ис. "Башҡортостан" киностудияһы һәр ваҡыт тәҡдимдәр өсөн асыҡ, - тине Юнир Әминев сығышы аҙағында уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға саҡырып.

 

Артабан һүҙ Ҡаҙағстан вәкиле, Baiqonyr International Short Film Festival Президенты, «Казахстанский Бродвей» генераль директоры Ануар Кинжебаевҡа бирелде.

Ҡаҙағстанда ун йыл элек йылына биш фильм төшөрөлһә, үткән йылда барыһы - 87 тулы метражлы фильм булдырылған. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда киноведтарға ҙур иғтибар бүленгәнен билдәләне.

 

Әзербайжандан килгән ҡунаҡ - сценарист, кинорежиссер, продюсер Арзу Мамадова Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе өсөн уртаҡ "актерҙар база"һы  булдырырға тәҡдим итте.

 

  • Фильм төшөргәндә миңә актерҙың милләте лә, тыуған ере лә мөһим түгел. Тәү сиратта уның эштәрен күргем килә, - тип билдәләне Арзу Мамадова.

 

Әзербайжандан килгән икенсе ҡунаҡ продюсер Нариман Мамедов илдәрендә үткән балалар өсөн  кинофестиваль тураһында һөйләне.

 

  • Был фестивалдең үҙенсәлеге шунда: жюри ролен балалар башҡара. Нимәһе ҡыҙыҡ - уларҙың баһалары профессиональ жюриларҙыҡы менән тап килә, - тине ул.

 

Был фестивалдә 13 илдән төрлө йәштәге балалар ҡатнаша. Киләһе йылға   Башҡортостан балаларын да көтөп ҡаласаҡтарын белдерҙеләр.

 

Түңәрәк өҫтәл артында шулай уҡ кино сәнғәте өлкәһендәге проблемалар ҙа күтәрелде. Мәҫәлән, төшөрөлгән фильмдарҙы сит илгә сығарыу бик ҡатмарлы эш. Сарала Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе өсөн Берҙәм прокат танытмаһы булдырыу тураһында тәҡдим әйтелде. Быны бөтәһе лә ыңғай ҡабул итте: фильмды сит илдәрҙә күрһәтеү аҡса килтереүҙән тыш, илдәр араһындағы халыҡтар дуҫлығын нығыта, мәҙәниәт менән танышыуға булышлыҡ итә.

Шулай уҡ Евразия киноакадемияһын булдырыу тураһында ла һүҙ сыҡты. Был тәҡдим менән алданыраҡ Рәсәй Кинематографистар союзы рәйесе Никита Михалков сығыш яһаған. Был тәҡдим дә йылы ҡабул ителде, сөнки тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ҙур майҙан буласаҡ.

 

Кино сәнғәте теле - барыһына ла аңлашыла. Түңәрәк өҫтәл эшлекле шарттарҙа үтте. Һәр ил үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бөгөн тамашасының зауығына тап килерлек фильмдар булдырыу, йәш быуынды был өлкәгә алып килеү, шул уҡ ваҡытта фильмдарҙы традицион ҡиммәтәргә таянып төшөрөргә һәм кино ярҙамында балалар араһында тәрбиәүи эштәр алып барыу кеүек проблемалар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары эҙләнде.

Фото: Лейсан Миниханова. 

 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: