Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
24 Сентябрь 2024, 16:35

Тәнзилә Дәүләтбирҙина уландарына каратэ алымдарын ҡуллана

Өс ул үҫтергән әсәгә шунһыҙ мөмкин дә түгелдер, бәлки...

Тәнзилә Дәүләтбирҙина уландарына каратэ алымдарын ҡулланаТәнзилә Дәүләтбирҙина уландарына каратэ алымдарын ҡуллана
Тәнзилә Дәүләтбирҙина уландарына каратэ алымдарын ҡуллана

– Уландарым менән мин үҙем малайға әйләнеп бөттөм инде. Улар минең шөғөлдәремде ҡыҙыҡ күрә, күңелемде күтәреп, осондороп ҡына тора. Нимә эшләһәм дә ризалар. Өйҙә шаярып каратэ алымдарын да ҡулланам уларға ҡарата – ҡапыл ғына, көтмәгәндә эргәләренән һуғып йә бәреп үтергә мөмкинмен.
Ғаиләбеҙ бергә йыйылғанда мәжлесебеҙ концертҡа әйләнә. Уралыбыҙ – пианинола, Марат гитарала уйнай, килендәрем менән йырлайбыҙ. Романстары ла ҡалмай. Шунан вальс әйләнәбеҙ. Искәндәрем – нефтсе, Маратым – система администраторы, Уралым, музыкант булһа ла, айтишник һөнәрен үҙләштерҙе. Ул Санкт-Петербургта «Бәйләнештә», «Класташтар» селтәрҙәренең эшен көйләй.

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:
Читайте нас