Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Сентябрь , 10:00

Хөрмәт Үтәшевтең әсәһенән көлгәндәр

Иртәгәһенә дәрес ваҡытында «Уҡытыусы миңә уҡырға ҡушмаһа ғына ярар ине!» тигән уй менән башымды эйеп, ер тишегенә инерҙәй булып ултырҙым.

Хөрмәт Үтәшевтең әсәһенән көлгәндәр
Хөрмәт Үтәшевтең әсәһенән көлгәндәр

Бына бер мәл «Әлифба» китабы буйынса «З» хәрефенә еттек. Өлгө итеп: «Зәй-нәп ал-ма а-ла. Зәй-нәп ал-ма а-шай. Зәй-нәп уй-най. Зәй-нәп һыу-ға ба-ра. Зәй-нәп ты-рыш ҡыҙ», – тигән һөйләмдәр яҙылған... Ә минең бит әсәйемдең исеме Зәйнәп! Быны мин әсәйемдән көлөп, мыҫҡыллап яҙылған кеүек ҡабул иттем. Барыһы ла миңә бармаҡ төртөп: «Хөрмәтулланың әсәһе тураһында яҙылған!» – тип көлөрҙәр һымаҡ, оялып ултырам. Юҡ, көлгән кеше булманы. Уҡытыусы апай: «Һөйләмдәрҙе шыма итеп уҡырға өйрәнегеҙ», – тип ҡайтарҙы. Өйҙә төшкө аш ашап алғас, теләр-теләмәҫ кенә «Әлифба»мдың биттәрен асып, дәрес әҙерләргә ултырҙым. Ләкин ғәҙәттәгесә ҡысҡырып уҡый алмайым: эргәмдә генә әсәйем йөрөй. Иртәгәһенә дәрес ваҡытында «Уҡытыусы миңә уҡырға ҡушмаһа ғына ярар ине!» тигән уй менән башымды эйеп, ер тишегенә инерҙәй булып ултырҙым. Эй, йүләр бала саҡ! Үҙ әсәйеңдең исеменән оял инде! Бәлки, быға ауылыбыҙҙа йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәт сәбәпсе булғандыр? Ауылдаштарым бер-береһенә исем-шәриф менән түгел, ә туғанлыҡ ептәре буйынса мөрәжәғәт итә ине: ағай-апай, ҡайным-ҡәйнәм, ҡоҙа-ҡоҙағый, килен-кейәү, ҡайнаға-ҡайынбикә...

Фото: Бәйләнештә

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: