Мәсетле районында, Халыҡ яҙыусыһының тыуған ерендә, Ринат Камаловтың 70 йәшлек юбилейына арналған саралар үтте.
Кисәнең абруйлы ҡунаҡтары араһында Һәҙиә Дәүләтшинаның Дәүләт премияһы лауреаты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Гәрәева, шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Сәлимов, "Һәнәк" журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов булды. Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән баян оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рэма Гәрәев тамашасыларға онотолмаҫ көйҙәр бүләк итте.
Ҡотлау һүҙҙәрен шулай уҡ Ринат Камаловтың яҡындары улы Азамат, килене Нәзифә, ҡатыны Зиниә һәм ҡыҙы Сафура еткерҙе.
Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, Вәлиев Илнур Мөхәмәтнур улы юбилярҙы, Ринат Камаловтың төбәк мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә индергән өлөшөнөң әһәмиәтен билдәләп, бөтә мәсетлеләр исеменән ҡотланы.
Мәсетле районы Мәҙәниәт йорто артистары концерт программаһы әҙерләне һәм халыҡ яҙыусыһы әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштерҙе.
Ижады күптәргә таныш булған Ринат Камалов үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты, ошо яҡта үткән балы сағы тураһында һөйләне һәм ойошторыусылраға, килгән ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп китаптар бүләк итте.