Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Октябрь , 18:22

Йырсы Вәсилә Фәттәхованың ире бер ай элек кенә икенсегә өйләнгәйне...

Оло хата яһаным. Ашыҡтым. Ысын күңелдән ярата, балаларымды үҙ балаларылай яҡын күрә, тип ышандым...

Йырсы Вәсилә Фәттәхованың ире бер ай элек кенә икенсегә өйләнгәйне...
Йырсы Вәсилә Фәттәхованың ире бер ай элек кенә икенсегә өйләнгәйне...

Илгиз Әбдрәҡипов: "Ашыҡтым. Барыһы алдында ла оят!" Бер  ай элек мәрхүмә Вәсилә Фәттәхованың ире Илгиз Әбдрәҡипов икенсе  өйләнгәндән һуң, уның айырылыуы билдәле булды. Өфөлә  танылған косметолог Лия Мифтахова менән ҙур туй үткәргәндәр ине. Ул Илгизгә үҙе үк  теләк менән кейәүгә сыҡҡан, туй үткәреү ҙә уның теләге булған. Баҡһаң, уға пиар ғына кәрәк булған икән. Ә был хәлдән һуң бизнесы тағы ла яҡшыраҡ барыр тип уйлағандыр?

– Ул был туй мәжлесен үҙе ашыҡтырҙы, - тигән Илгиз. - Бына хәҙер яҡындарым, дуҫтарым: «Мәжлестә бер тапҡыр ҙа һинең менән йәнәшә булманы. Күҙҙәре бойоҡ, балҡып тормайҙар ине. Ысын яратып сыҡҡан кеше һис улай булмай, – тип, минең күҙҙәремде астылар. Оло хата яһаным. Ашыҡтым. Ысын күңелдән ярата, балаларымды үҙ балаларылай яҡын күрә, тип ышандым. Таң менән тороп сығып китә, һуң ҡайта. Миңә ниңә кәрәк ундай ҡатын. Ашыҡтым, ашыҡтым... Барыһы алдында ла уңайһыҙ. Алдағыһы яҡшы булһын инде, - тигән ул.

Сығанаҡ: Интернат

Автор:
Читайте нас: