Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Октябрь , 22:30

Бәхил бул, йырсы!

Мәрүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен. 

Бәхил бул, йырсы!
Бәхил бул, йырсы!

Башҡортостандың халыҡ артисы  Фән Вәлиәхмәтов арабыҙҙан китте. Был хаҡта шағир Рәмил Сурағол белдерҙе.

Фән Ғәфис улы 1951 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Шаран районының Хафиз ауылында тыуған. 1979 йылда Өфө сəнғəт училищеһын тамамлаған (Д. Ə. Мусин класы).

Репертуарында Б. М. Ғайсин, М. М. Ғилəжев, Ф. Х. Ғəлимов, Н. Ə. Дауытов, Р. Х. Сəхəүетдинова, Р. М. Хəсəнов һәм башҡаларҙың йырҙары; башҡорт («Ғайса ахун», «Порт Артур», «Ялсығол»), татар («Герман көйө», «Зөлəйха», «Шахта») халыҡ йырҙары һәм башҡалар. Татар һәм башҡорт халыҡтарының популяр йырҙары менән бер рәттән, онотолоп бөткән иҫке йырҙарын да табып, уларға йән өрөп, киләсәккә илтеүсе ул Фән Вәлиәхмәтов.

 2021 йылдың 19 мартында йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: