Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Мәҙәниәт
13 Октября 2024, 16:00

Илсөйәр Ғизетдинова сәхнәлә йығылған

Һикереп баҫтым да тағы баш эйҙем. Шул ваҡытта юғалып ҡалмағаныма әле шаҡ ҡатам.

Илсөйәр Ғизетдинова сәхнәлә йығылғанИлсөйәр Ғизетдинова сәхнәлә йығылған
Илсөйәр Ғизетдинова сәхнәлә йығылған

Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан көнөмдө хәтерләйем. Мәктәпкә төшмәгәйнем әле. Гөлшат апам 1-се класта уҡый ине, уға эйәреп минең дә сәхнәгә сығаһым килде, әнейем беҙгә украин костюмы текте, бе­йеү ҙә ҡуйҙылар. Ул ғына аҙ тойолдо микән, шиғыр ҙа һөйләргә булдым. Уҡып бөткәс, баш эйергә кәрәк, тигәндәрҙер инде, мин шундай итеп эйҙем, тигеҙлегемде юғалтып, алға тәкмәс атып киттем. Һикереп баҫтым да тағы баш эйҙем. Шул ваҡытта юғалып ҡалмағаныма әле шаҡ ҡатам. Шунан алып сәхнәнән төшмәнем.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас