Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ноябрь , 17:55

"Йәй ҡыҙы" йыр һәм моң кисәһенә саҡыра

Ғүмер бер генә. Шәп саҡтар ҙа тиҙ үтеүсән. Шуға арыуыраҡ сағымда шиғриәт, йыр-моң һөйөүселәр өсөн үҙемдең оҙайлы ғына ижадыма арналған ижад кисәһе үткәрергә тәүәкәлләнем.

"Йәй ҡыҙы" йыр һәм моң  кисәһенә саҡыра
"Йәй ҡыҙы" йыр һәм моң кисәһенә саҡыра

Ҡәҙерле дуҫтар! Ғүмер бер генә. Шәп саҡтар ҙа тиҙ үтеүсән. Шуға арыуыраҡ сағымда шиғриәт, йыр-моң һөйөүселәр өсөн үҙемдең оҙайлы ғына ижадыма арналған ижад кисәһе үткәрергә тәүәкәлләнем. Кисәлә яҡташ әхирәттәрем, Бөрйән һандуғастары Резеда Әминева, Зәбирә Әминева, Венера Юлгилдина һәм шулай уҡ үҙем яратҡан Лилиә Ишемйәрова минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙарҙы яңғыратасаҡ. Шиғырҙарымды танылған артистар - Венер Камалов, Гөлшат Ғайсина, Рәмзил Сәлмәнов уҡыясаҡ. Руслан Мөлөков ҡурай моңона әсир итәсәк.Ижад кисәһенә рәхим итегеҙ, дуҫтар! Үҙем дә йырлап ташлармын әле, бер ҡыҙыҡ булһын! Бөрйәндә йырланым.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: