5 ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге миллли йәштәр театрында шағирә, драматург, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейы уңайынан “Йәй ҡыҙы” тип исемләнгән ижад кисәһе үтте. Был осрашыу йылы һүҙҙәргә, йыр-моңға бай булды.
Сараға шағирәнең ижадын һөйөүселәр, ҡәләмдәш дуҫтары һәм туғандары йыйылды. Башҡортостандың яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың сығышында шағирәне тәбрикләп йылы һүҙҙәр әйтте. Рәсәй әҙәбиәтенә индергән өлөшө өсөн Тәнзилә Дәүләтбирҙинаға ул “Василий Шукшин” алтын миҙалын тапшырҙы.
Тамашалар залы тиҙ арала шағирәнең ижадын үҙ иткән әҙәбиәт һөйөүселәр менән тулды. Театрҙың билдәле артистары үҙ сығыштары менән сәхнәне биҙәне.