Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь , 11:32

Үлгәндән һуң халыҡ артисы булды

Кисә Өфөлә "Дәрүиш Рухы+" рок-концертында башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә булышлыҡ иткән ижадсыларға дәүләт наградалары тапшырылды.

Үлгәндән һуң халыҡ артисы булды
Үлгәндән һуң халыҡ артисы булды

Кисә Өфөлә "Дәрүиш Рухы+" рок-концертында башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә булышлыҡ иткән ижадсыларға дәүләт наградалары тапшырылды.

"Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем өс мәрхүм артисҡа – "Рух" төркөмөнөң ойоштороусыһы Ғәзинур Биктимеровҡа, шул уҡ төркөмдөң йырсыһы Ирек Атановҡа һәм "Дәрүишхан" төркөмөнөң элекке солисы Дим Мәннәнгә (Ҡоләхмәтов) бирелде. Дәүләт наградаларын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаевтың ҡулынан мәрхүмдәрҙең яҡындары алды.

"Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге артисы, "Дәрүишхан" төркөмөнә нигеҙ һалыусы Альберт Ғәббәсовҡа тапшырылды.

"Рух" төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаровҡа, Хәйбулла районы Маҡан ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сергей Захаровҡа, "Дәрүишхан" төркөмөнөң хәҙерге солисы Ринат Зариповҡа "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

Үлгәндән һуң халыҡ артисы булды
Үлгәндән һуң халыҡ артисы булды
Үлгәндән һуң халыҡ артисы булды
Үлгәндән һуң халыҡ артисы булды
Автор:
Читайте нас: