+21 °С
Болотло
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында “Дәрүиш Рухы+” тигән рок-фестиваль йыл да үткәреләсәге тураһында хәбәр итте.
- Яҡшы ваҡиға! Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был фестивалде йылда уҙғарырға тәҡдим итте. Көрәш һарайы барлыҡҡа килгәс, спорт сараларынан тыш, ошондай ҙур байрамдар ҙа үткәрергә мөмкинлек тыуҙы, - тине Радий Хәбиров. - Унда һәйбәт зал, меңәрләгән кеше уйнай ҙа, бейей ҙә ала.
Бынан тыш, Радий Хәбиров фестивалдә үҙе өсөн "Рух" төркөмөнөң "Өлгөрмәнем" йырын асыуы хаҡында әйтте һәм төркөм ағзаларына рәхмәтен белдерҙе.
Фото: "Башинформ"