Мәҙәниәт
6 Декабря 2024, 14:54

"Ҡашлы йөҙөк" китабының исем туйы үтте

Бөгөн Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте кибетендә Рәзинә Зәйнетдинованың «Ҡашлы йөҙөк» китабының исем туйы үтте.Сараға яҙыусының ҡәләмдәштәре, коллегалары һәм әҙәбиәт һөйөүсе студенттар килде.

"Ҡашлы йөҙөк" китабының исем туйы үтте"Ҡашлы йөҙөк" китабының исем туйы үтте
"Ҡашлы йөҙөк" китабының исем туйы үтте

Бөгөн Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте кибетендә Рәзинә Зәйнетдинованың «Ҡашлы йөҙөк» китабының исем туйы үтте.
Сараға яҙыусының ҡәләмдәштәре, коллегалары һәм әҙәбиәт һөйөүсе студенттар килде. Улар әҙибәне ҡотлап, йылы һүҙҙәр әйттеләр, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Кисәне “Китап” нәшриәте хеҙмәткәре Эльвира Әсғәт ҡыҙы Яҡупова асып ебәрҙе. Авторҙың ижад юлына “Йәштәр тауышы” серияһында сыҡҡан “Килен шәле” китапсығы ҙур йоғонто яһауы тураһында һөйләне. Авторҙың хеҙмәттәше Венер Айҙар улы Исхаҡов Рәзинә Ғилман ҡыҙының уңған хеҙмәткәр булыуын телгә алды. Заһиҙә Мусина, яңыраҡ китап авторы менән бергә Кемель Тоҡаевтың детектив әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеүҙәрен әйтте. Шулай уҡ, “Һәнәк”тән – Илгиз Ишулатов, Марат Әминев, “Йәшлек”тән – Гөлнур Ҡыуатова, “Ағиҙел”дән – Луиза Кирәева, “Йәншишмә”нән – Эльвира Әсәҙуллина, “Башҡортостан уҡытыусыһы”нан – Тимур Рәхмәтуллин, “Аҡбуҙат”тан – Зөһрә Рәхмәтуллиналар Рәзинә Зәйнетдинованың үҙҙәренең баҫмалары менән дә дуҫ булыуы хаҡында һөйләнеләр. Бер төркөм студенттар менән килгән ғалим Зәки Арыҫлан улы Әлибаев авторҙарҙы йәштәр менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Кисә матур йырҙар менән үрелеп барҙы. Ҡурайсы Мирас Үҙәнбаев сараны “Урал” көйө менән асып ебәрҙе. М. Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт драма театры актеры Морат Рафиҡов “Ҡашлы йөҙөк” повесынан өҙөк уҡыны, йыр бүләк итте. Линат Гәрәевтың йырҙарын да сарала ҡатнашыусылар көслө алҡыштарға күмде. Фәһим Әхмәров сараның алып барыусыһы булды.

"Ҡашлы йөҙөк" китабының исем туйы үтте
"Ҡашлы йөҙөк" китабының исем туйы үтте
"Ҡашлы йөҙөк" китабының исем туйы үтте
"Ҡашлы йөҙөк" китабының исем туйы үтте
Автор:
Читайте нас