Иптәшегеҙ, баянсы Ғәли Алтынбаев, һеҙҙе тормошта аңлаған, бер уйлы, бер фекерле кешелер, тим. Ғаиләлә шулай гармония табып, нисек бер-береңде аңлап йәшәргә?
– Беҙҙе ижад берләштерҙе, йәрәштерҙе. Ике ярты булып бөтөнгә әйләндек. Тормошҡа ла, кешеләргә лә, хатта ижадҡа ла ҡараштарыбыҙ оҡшаш. Бер-береңдең яҡшы яҡтарын да, етешһеҙлектәрен дә ҡабул итә белергә кәрәк. Репертуар һайлауға, концерт ойоштороуға бәйле бәхәсле мәлдәр булғыланы. Ғәли Мансур улы – бик асыҡ, аралашыусан кеше. Филармонияла ҡыҙҙар менән һөйләшеп тороуын, йәштәр менән аралашыуын күреп, һәр береһенә иҫкәрмә яһап, ҡыҙғанып йөрөһәм, ул ғаилә түгел инде. Шуға күрә, уның булмышын ҡабул итергә өйрәндем. Ижадта ул – бик һәләтле, моңдо нескә тойған музыкант. Опера, симфоник музыканы яҡшы белә. Миңә хор капеллаһын, классик, инструменталь музыкала төрлө тауыштарҙы ишетеү һәләтен асты, һәр яҡлап үҫергә ярҙам итте.
Гөлнур ИШБУЛАТОВА.
Фото: Бәйләнештә