Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2024, 14:50

Киләсәккә ҡарап...

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына арнап документаль фильм төшөрөлгән.

Киләсәккә ҡарап...Киләсәккә ҡарап...
Киләсәккә ҡарап...

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына арнап документаль фильм төшөрөлгән.
2024 йыл минең өсөн уңышлы ғына булды. Ижади күҙлектән. 20 ғинуарҙа Мәскәүҙең милләттәр йортонда ижад кисәм үтте. Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә күптән көтөлгән китап сыҡты. Нәшриәттең яңы асылған магазинында яңы китаптың исем туйын уҙғарыу хыялы тормошҡа ашты. "Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдым, Рәсәй көнө алдынан тапшырҙылар. Бөтә Рәсәй "Иң яҡшы журналист әҫәре" конкурсында дипломант булдым. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан еңеүсе журналистарҙы пост яҙып ҡотланы. Мәскәүҙә Рус әҙәби үҙәгенең 4 альманахында: "День писателя", "День поэзии", "Современные записки" һәм "Новый русский детектив" баҫмаларында әҫәрҙәрем донъя күрҙе. Ошо уҡ үҙәктең "Рәсәй патриоты" миҙалына лайыҡ булдым. Рунет яҙыусылары союзына индем. РУнет Рус әҙәби үҙәге менән берлектә эш итә. Сентябрҙә ошо ике ижади ойошма етәкселегендә Өфөлә Мәскәү һәм Санкт-Петербург яҙыусылары менән осрашыу, Рунет булдырған МХО ирекмәндәре өсөн "Һаҡлаусы фәрештә" тигән билдәләр тапшырыу тантанаһы үтте. Шулай уҡ Рунет яҙыусылар союзының Башҡортостанда тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләндем. Ике шиғырыма йырҙар ижад ителде. "Көттөрмә изге Еңеү" тигән шиғырым МХО яугирҙарына яуҙа әсә, ул, һөйгән йәрең менән мөхәббәт темаһына арналғайны. Мәскәүҙән һәүәҫкәр композитор Әлфиә Агеева уға көй яҙҙы. Йырҙы Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Әлфиә үҙе башҡарҙылар. "Атайсал" үҙәгендә Мәскәү башҡорттары ижади берекмәләре концерты ваҡытында премьераһы үтте. Тағы ла бер йыр Өфөнөң 450 йыллығына арналды. "Һөйәм ғәзиз Өфөмдө" тигән йырҙы Ришат Рәхимов ижад иткән көйгә талантлы йәш йырсы Гөлйемеш Ҡылысова башҡара. Яңы йыр баш ҡала көнөндә юбилей концерттарының береһендә тәүгә яңғыраны.
Йыл аҙағында Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына арнап документаль фильм төшөрөү бурысын йөкмәтте БСТ етәкселеге. Бай йөкмәткеле фильм килеп сыҡты. Мин уны "Киләсәккә ҡарап" тип атаным. Сөнки бөтә донъя башҡорттарын берләштергән ойошманың киләсәге ысынлап та өмөтлө, уның ағзалары заман менән бергә атлай, ваҡыт ҡуйған һынауҙарға лайыҡлы яуап бирә тигән фекерҙәмен, - ти журналист Гөлдәриә Йосопова.

Киләсәккә ҡарап...
Киләсәккә ҡарап...
Автор:
Читайте нас