Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2024, 09:00

Миләүшә Ҡаһарманова - "Башҡортостан ҡыҙы"ның баш мөхәррире

Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙына яңы вазифаһында уңыштар, ныҡлы таҙалыҡ  теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Миләүшә Ҡаһарманова - "Башҡортостан ҡыҙы"ның баш мөхәрриреМиләүшә Ҡаһарманова - "Башҡортостан ҡыҙы"ның баш мөхәррире
Миләүшә Ҡаһарманова - "Башҡортостан ҡыҙы"ның баш мөхәррире

Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы — журналист, прозаик. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. 

Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова (Хәбилова) 1973 йылдың 10 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған[1][2]. Бала сағы Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Усман ауылында үтә. 1990 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Йәшлек» гәзитендә, һуңынан «Аманат» журналында башлай. Бер аҙ Сибай ҡалаһында «Атайсал» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй. 2015 йылдан — «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе. 2022 йылда «Һәнәк» журналының баш мөхәррире итеп һайлана.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас