Кисә Дәүләкән районында Башҡортостандың күренекле халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәсән улы Хәкимовтың 95 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте. Был ваҡиға яҙыусының ижадына һәм мираҫына ихтирам күрһәтергә ынтылған дуҫтарын, уны хөрмәт итеүселәрҙе һәм хеҙмәттәштәрен йыйҙы.
Байрам саралары яҙыусының тыуған яғында - Яңы Йәнбәк ауылы мәктәбендә башланды. Унда һәр мөйөш Әхиәр Хәкимовтың бала сағы һәм үҫмер саҡтағы хыялдары тураһында хәтерҙе һаҡлай. Һуңынан ҡунаҡтар яҙыусының Дәүләкәндәге музейына барҙы. Ундағы китаптар, көнкүреш әйберҙәр ижадсының тыуған яғын нисек тәрән яратыуы хаҡында һөйләй төҫлө.
Сараны башҡорт әҙәбиәтенең билдәле шәхестәре Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе Сәғитов Рәсүл Хәсән улы, шағирә, журналист Тамара Юлдашева биҙәне.
Район мәҙәниәт йортонда Ә.Хәкимов исемендәге премия тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл һәләтле яҙыусылар һәм тәржемәселәр Тамара Юлдашева, Олеся Әхмәҙрәхимова һәм Ольга Бубнова маҡтау грамоталары һәм аҡсалата наградалар менән бүләкләнде. Уларҙың эштәре республиканың мәҙәни мираҫын байытып, башҡорт әҙәбиәте традицияларын дауам итә.
Әхиәр Хәкимовтың хәтер кисәһе юғары кимәлдә ойошторолдо. Сара танылған яҙыусыға хөрмәт күрһәтеүҙән тыш, әҙәби берҙәмлек байрамына ла әүерелде. Уның хаҡында иҫтәлек китап уҡыусылар йөрәгендә йәшәһен һәм яңы ижадсыларҙы сағыу ҡаҙаныштарға илһамландырһын!