Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Ғинуар 2025, 07:00

Өләсәй булып хәтерҙә ҡалды...

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Рива Исхаҡоваға 85 йәш тулған булыр ине.

Өләсәй булып хәтерҙә ҡалды...Өләсәй булып хәтерҙә ҡалды...
Өләсәй булып хәтерҙә ҡалды...

Рива Афзал ҡыҙы Исхаҡова 1940 йылдың 5 ғинуарында БАССР-ҙың Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас (1964, Ғабдулла Ғиләжев курсы), БАССР-ҙың Сиҙәм театрына (хәҙерге А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры) эшкә алына. 1966 йылда Салауат башҡорт драма театрына күсә.

1974-1995 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Төп ролдәре: Фәниә («Балаҡайҙарым», Ә.Атнабаев), Ҡаҙнабикә («Башҡорт туйы», М.Буранғолов), Зәниә («Пәрей туйы», А.Хәлим), Ынйыбикә («Их, кәләше лә кәләше!», Х.Зарипов). Уның режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтовтың «Ай ҡыҙы» исемле тәүге башҡорт сериалындағы Өләсәй роле бик күп тамашсыларҙың хәтерендә ҡалды.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас