Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
8 Ғинуар 2025, 05:25

Байегет Милли йәштәр театрында эшләй

“Әлегә театрҙың тәмен белә башланым ғына. Әммә актер булараҡ алға ынтылам. Һорауҙарым булһа һорайым, һорауҙарға үҙ-үҙемдән яуап эҙләйем. Минең ҡанаттарым нығына ғына башланы, Аллаһ бирһә, ҡанаттарымды йәйеп осормон!” – тип, йәш актер офоҡтарға ынтыла.

Байегет Милли йәштәр театрында эшләйБайегет Милли йәштәр театрында эшләй
Байегет Милли йәштәр театрында эшләй

Байегет Мөхәрләмов – Белорет районы Асы ауылы егете. 4-се класҡа тиклем Асы мәктәбендә уҡып, 5-се класҡа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия интернатына уҡырға инә. Йылғыр, сос малай мәктәп йылдарында уҡ йырлап-бейеп, әҙәби китаптар уҡып, музыка ҡоралдарын үҙләштереп, үҙен киләсәкке сәнғәт тормошона әҙерләй.

З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында БР-ҙың халыҡ һәм РФ-ның атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичева курсында уҡый. Институт тамамлағас, 2023 йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә килде. Иң йәш актерыбыҙ тәүҙә күмәк сәхнәләргә сыҡты: З.Бураҡаеваның "Аҡмулла " спектаклендә – "Бандит, Д.Йосоповтың ”Ете батыр хаҡында хикәйәт”ендә – халыҡ. Л.Исҡужинаның “Мин башҡорт телен өйрәнәм” спектаклендә төп роль – Тимерхан исемле малайҙы кәүҙәләндерҙе Байегет. Бер нисә спектаклдәең күмәк сәхнәһендә лә күренә. “Әлегә театрҙың тәмен белә башланым ғына. Әммә актер булараҡ алға ынтылам. Һорауҙарым булһа һорайым, һорауҙарға үҙ-үҙемдән яуап эҙләйем. Минең ҡанаттарым нығына ғына башланы, Аллаһ бирһә, ҡанаттарымды йәйеп осормон!” – тип, йәш актер офоҡтарға ынтыла.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор

Автор:
Читайте нас