Танышыбыҙҙың улы тыуҙы! Бәхетле атай-әсәйҙең ҡыуаныстарының иге-сиге юҡ. Дауахананан күмәкләп ҡаршы алдыҡ. Һәр кем ҡотлай, изге теләктәрен теләй. Фатирҙарына ҡайтып, аҙыраҡ хәл алғас, егеттең атаһы һүҙ башланы:
– Шунан балалар, сабыйға кем тип исем ҡушырға булдығыҙ?
– Фәлән исемде. – Йәш атай матур бер исемде әйтеүгә, егеттең атаһы башын һелкте.
– Тапҡанһығыҙ исем! Ауылда шундай исемле ни аҡыллы, ни иҫәр кеше бер бар ине. Ғүмер буйы әҙәм көлдөрөп йөрөнө. Ни кәләш алырға эшкинмәне... Башҡа исем ҡушығыҙ!
Бер аҙҙан йәш әсә үҙенә оҡшаған исемде әйтте. Күренеп тора: был исем уның әсәһенә оҡшаманы.
– Хәҙер шунан башҡа исем бөткәндер. Күрше ауылда шундай кеше йәшәне, ғүмере уғрылыҡта үтте. Юҡ, юҡ, был исемде һайлайһы булмағыҙ.
Йәштәр тағы ла бер нисә исемде әйтте. Былары ла олатай-өләсәйҙең күңеленә хуш килмәне. Сәбәбе лә табылып торҙо.
– Әхирәтемдең иренең исеме шулай ине. Йәлтәкәй бер әҙәм булды, эшһөймәҫ. Ғүмер буйы ҡатыны елкәһендә йәшәне. Улығыҙҙың шул әҙәм кеүек эт ялҡауы булыуын теләмәйһегеҙҙер...
– Кит, кит! Башҡа исем бөткәндер шул.
- Беҙҙең класта йүнһеҙ малай булды
Был көндө сабыйға аныҡ ҡына исем һайлай алманылар. Их, исемең есемеңә тура килерлек итеп йәшәһәк ине...