+21 °С
Болотло
Бөгөн Өфөнөң "Йәшлек House" бинаһында сәнғәт институты студенттары ойошторған бик матур һәм күңелле "Зәңгәр уттар" үтте! Сараға сәнғәт институты менән сәнғәт училищеһының талантлы студенттары йыйылды. Йылы осрашыу, күңелле һөйләшеүҙәр, тәмле ризыҡ, яҡшы кәйеф, матур музыка – былар барыһы ла ысын мәғәнәһендә йылы атмосфера бирҙе. Йәштәрҙең үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы, шиғырҙары тамашасыларҙың күңелдәренә хуш килде. Барлыҡ йәштәр ысын күңелдән ял итеп, яҡшы кәйефтә таралаштылар.