ххх
– Һеҙ атайығыҙ Яныбай ағайҙың ғына түгел, ә әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ғайса Хөсәйеновтың, шулай уҡ Рауил Бикбаевтың һәм тағы байтаҡ яҙыусыларҙың тотош китаптарын тәржемә иткәнһегеҙ. Һеҙгә бер телдән икенсе телгә ауҙарғанда ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашырға тура килә?Тәржемәсе, ғөмүмән, ирекле эш итә аламы әллә һүҙмә-һүҙ тәржемә итеү мотлаҡмы?
– Һүҙмә-һүҙ тәржемә урыҫса “подстрочник” тип атала. Яуаплы кеше подстрочник яһағанда ла, эшен сифатлы итеп башҡарырға тырыша. Һүҙмә-һүҙ генә ауҙарғанда төрлө мәғәнәһеҙлек килеп сығыуы ихтимал. Мәҫәлән, “Бөртөкләп йыйыла алтын”дың подстрочнигын бер яҙыусы эшләгәйне (исемен әйтеп тормайым). Уны уҡығанда, беҙ йыш ҡына пырхылдап көлөп ебәрә инек.
Икенсе өлөшөн әсәйем үҙе тәржемә итте. Беренсе тәжрибә булһа ла, уңышлы булып сыҡҡан. Мәскәүҙең абруйлы яҙыусыһы Елизар Мальцев уныҡын ғына ҡабул итте һәм артабан да әсәйем әҙерләгән подстрочник буйынса ғына эшләргә теләк белдерҙе. Виталий Василевский ҙа әсәйемдең тәржемәләрен маҡтай торғайны. Шулай итеп, атайҙың Мәскәүҙә сыҡҡан китаптары барыһы ла әсәйемдең ҡулы, күңеле аша үтте.
Үҙем иһә подстрочниктар менән эшләмәйем, туранан-тура тәржемә итәм. Башҡорт текстынан айырылмаҫҡа тырышам. Әммә, кәрәк булғанда, текст русса тәбиғи яңғыраһын өсөн үҙемсә бирәм. Ҡайһы саҡта үҙем белгән мәғлүмәтте лә өҫтәп ебәрәм.
Эйе, Рауил Бикбаевтың Рәми Ғарипов тураһында ҡалын китабын руссаға ауҙарҙым. Ун йыл элек Ғайса ағайҙың “Автобиография” тигән ҙур күләмле китабын да тәржемә иттем. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул әҫәре һәман да баҫылып сыҡманы әле...
Яҙыусыларыбыҙҙың китаптарын тәржемә иткәндә, үҙемде мөмкин тиклем авторҙың яҙғандарына яҡынайтырға, теүәл эш итергә тырышам. Атайымдың әҫәрҙәренә килгәндә, уның вариҫы булараҡ, иркенерәк тотонам. Ундай тәржемә төрө “авторизованный” тип атала. Атайымдың тәржемәсе-авторҙашы ғына түгелмен, уның биограф ролен да мин башҡарам – китаптарын, инеш йә аҙаҡҡы һүҙен дә яҙып сығарам.
Тәүге тәржемә ителгән ике китап – автобиографик әҫәрҙәре. Уларҙы еңел һәм тиҙ ауҙарҙым. Ә инде тарихи романдар менән бер аҙ аҙапланырға тура килде. Атайым күрһәткән осор, ваҡиғалар тураһында китаптар эҙләп табып уҡып сыҡтым. Мәҫәлән, “Салауат батыр” исемле роман өҫтөндә эшләгәндә, ҡулыма Рычков хаҡында китап эләкте. Атайым киткәндән һуң ғына сыҡҡан хеҙмәт. Ул үҙе Рычков тураһында тапҡан мәғлүмәт наҡыҫ булған. Шуға ҡарамаҫтан, атайым ышандырырлыҡ образ тыуҙырған. Әлбиттә, ҡулыма эләккән яңы факттарҙы файҙаланырға тырыштым – романды тәржемә иткәндә өҫтәмәләр индерҙем.
Беҙгә бик күп мөмкинлектәрҙе интернет бирә. Мәҫәлән, «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя» романы өсөн кәрәкле китап ҡына түгел, интернеттан алған яңы мәғлүмәт тә алып файҙаландым. Ундай эш, әлбиттә, күп ваҡыт та, көс тә талап итә.
Әлегә тиклем атайымдың дүрт китабын руссаға тәржемәләп сығарҙым.
Эш барышында ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде, тип һоранығыҙ. Иң ҡыйыны, әлбиттә, күп һүҙҙәрҙе белмәү. Башта һүҙлектән айырылманым. Әҙ-әҙләп лексиконымды байыта барҙым, тәжрибә тупланым. Әле лә белмәгән һүҙҙәр, фразеологизмдар байтаҡ, шуға күрә яй эшләйем. Әммә хәҙер мин һүҙлеккә һирәгерәк мөрәжәғәт итәм.
Шулай итеп, атайым да, башҡа авторҙар ҙа миңә туған телемде, тәржемәсе һөнәрен камиллаштырырға ярҙам итә.
– Ҡайһы авторҙың ниндәй әҫәре күңелегеҙҙе айырыуса тетрәтте йәки хәтерегеҙҙә ҡалды?
– Тәржемә багажым – унлап авторҙың ун бишләп әҫәре. Улар араһында: Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов, Барый Ноғоманов, Риф Тойғон, Әнисә Таһирова, Гөлнур Яҡупова, Марс Әхмәтшин, Лира Яҡшыбаева, Фәниҙә Исхаҡова һ.б. Һәр береһен тырышып, күңел биреп тәржемә иттем, шуның өсөн бер кемде лә айырып күрһәтергә теләмәҫ инем, атайымдан башҡаһын. Иң яратҡан авторым – әлбиттә, ул.
Элек атайым минең ышаныслы таянысым ине, хәҙер мин уны хәстәрләйем. Сөнки минән башҡа уны ҡайғыртыусы юҡ һәм булмаясаҡ та. Ә ул ҡалдырған рухи мираҫ – иҫ киткес ҙур. Шуға күрә башҡарырлыҡ эштәр күп әле.
– Атайығыҙҙың ҡайһы китабын айырыуса яратып, кинәнес кисереп тәржемә иттегеҙ?
– Әлбиттә, автобиографик әҫәрҙәре айырыуса яҡын. Ҡыҙыма, бүләсәрҙәренә лә шулай.
Уның автобиографик китаптары шул тиклем фәһемле – тәрбиә өсөн бигерәк тә шәп! Башҡортса беренсе ике әҫәре китап булып сыҡҡаны юҡ, ҡыҫҡартылған варианттары “Ағиҙел” журналында атайым иҫән саҡта уҡ донъя күргәйне. Улар башҡорт телендә мотлаҡ сығырға тейеш, тип уйлайым. Һәм әлеге ваҡытта мин уларҙы әҙерләү менән мәшғүлмен.
– Яныбай ағай төп эшенән хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына, яҙыусы өсөн һуңлабыраҡ ижадҡа тотонған. Шулай булһа ла, халҡыбыҙ тарихын байҡаған байтаҡ күләмле әҫәрҙәр тыуҙырған. Уның шулай ырамлы һәм илһамлы эшләүенең сәбәптәре ниҙә, тип уйлайһығыҙ?
– Был һорауға яуап бирер өсөн мин атайыма үҙенә һүҙ бирәм, дөрөҫерәге, көндәлектәренең яҙып ҡалдырған юлдарҙы килтерәм:
"Яҙмайынса тора алмайым мин был донъяла! Һандуғас нисек һайрай алмай түҙмәһә, мин дә шулай! Бының ни өсөн шулай булғанын үҙем дә аңлата алмайым. Бала сағымдан, ғүмерем буйы минең йөрәгемдә ниндәйҙер ялҡынланған көс барлығын һиҙәм. Ул миңә тыңғылыҡ бирмәй. Бер туҡтауһыҙ шул ялҡын ҡағыҙға күсереүҙе һорай… Тынысһыҙландыра, яфа сиктерә, хатта илата ла…
Бәлки, шул көс булмаһа, мин, ҡустыларым, иптәштәрем кеүек, уҡый ҙа алмаҫ инем… Ә мин аҫлығына ла, яланғаслығына ла түҙҙем… Аҡтыҡ көсөмдө йыйып тағы ла уҡыуымды дауам иттем, белем алдым. Бер ыңғайҙан карьерам башланды… Әҙерәк ҡанатлана төшкәс, яҙа башланым. Яҙҙым. Сөнки был әҫәр өсөн мин, фәҡәт мин генә яуаплы. Мин яҙмаһам, минең йөрәгемдә һаҡланған тойғолар әрәм буласаҡ. Ә улар минеке түгел. Халыҡтыҡы".
Был юлдарҙы атайым 1965 йылдың башында көндәлегендә яҙып ҡалдырған. Һүҙ тәүге романы “Бөртөкләп йыйыла алтын” хаҡында бара. Хатта “Ағиҙел” журналында ла баҫылып сыҡмаған ваҡыт...
Күреүебеҙсә, бала саҡтан уҡ ул яҙыусылыҡҡа ынтылған. Шул хыял, юл күрһәтеүсе алыҫ йондоҙ булып, уны төрлө кәртәләр, бихисап ҡыйынлыҡтар аша үткәреп, маҡсатына табан алып барған. Һәр бер ваҡиға, тормош һабағына әйләнеп, бай тәжрибә тупларға мөмкинлек биргән. Бар кәртәләрҙе еңә торғас сыныҡҡан атайым, көрәшсе сифаттарын булдырған.
Ифрат бай һәм фажиғәле тарихыбыҙ, башҡорт халҡының мәшһүр шәхестәре – уның өсөн илһам биреүсе көс.
Ошонда әҙибә Гүзәл Ситдиҡованың фекерен еткергем килә: “Тарихи әҫәр нимәһе менән баһалы? Уҡып сыҡҡас бер илегә булһа ла рухың күтәрелеп, күңел сафланып ҡалыуы, халҡың өсөн ғорурлыҡ уяныуы, өмөт өҫтәүе менән, бығаса билдәһеҙ бер битте асыуы менән. Был маҡсаттарға Яныбай Хамматов әҫәрҙәре яуап бирәме? Бирә! Халыҡ шуға уҡый ҙа уны”.
"Көсөм бар саҡта тарихи романдар яҙыуҙан туҡталһам, башҡорт халҡына хыянатсылыҡ ҡыласаҡмын. Минең бурыс – алыҫ үткәндәрҙе хәҙерге быуын кешеләренә кире ҡайтарыу…", – тип яҙа атайым көндәлегендә.
Шуға күрә алһыҙ-ялһыҙ, бер туҡтауһыҙ, хәле бармы, юҡмы, эшләне лә эшләне. "Илһам килеүен көтмә... Үҙеңде үҙең эшкә ныҡлы еккәс кенә килә илһам...", – тип әйткән ул бер ҡәләмдәшенә.
Нияз МӘҺӘҘИЕВ һәм Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.
Архив, 2018 йыл