Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
22 Ғинуар 2025, 04:40

Сағыу эҙ ҡалдырҙы...

– Атайым әҙәпле, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта бик тыйнаҡ кеше булды. Уның бала сағы аяуһыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ябай ауыл малайы, белемгә ынтылышы, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында юғарылыҡҡа өлгәшә һәм күренекле ғалим булып китә, – тип һөйләне Вадим Вил улы.

Сағыу эҙ ҡалдырҙы...Сағыу эҙ ҡалдырҙы...
Сағыу эҙ ҡалдырҙы...

Быйыл илебеҙҙә Ватан һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Ошондай мөһим тарихи йылдың тәүге айында – 21 ғинуарҙа Өфөлә билдәле Совет һәм Рәсәй ғалимы-нефтсеһе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Вил Ғайса улы Өмөтбаев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Иҫтәлекле таҡтаташ баш ҡалабыҙҙың Минһажев урамындағы 59/2 йорт фасадына ҡуйылған, ғалим һуңғы йылдарҙа шунда йәшәгән.

Таҡтаташты асыу тантанаһында Вил Ғайса улының туғандары һәм яҡындары, уның хеҙмәттәштәре һәм яҙыусылар ҡатнашты. Мәрхүмдең улы, техник фәндәр кандидаты, “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең әйҙәүсе инженеры Вадим Өмөтбаев сығышында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовҡа атаһының хәтерен мәңгеләштереүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Атайым әҙәпле, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта бик тыйнаҡ кеше булды. Уның бала сағы аяуһыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ябай ауыл малайы, белемгә ынтылышы, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында юғарылыҡҡа өлгәшә һәм күренекле ғалим булып китә, – тип һөйләне Вадим Вил улы.

Шулай уҡ ул атаһының ябай булмаған тормош юлына ла байҡау яһаны – Вил Ғайса улының бала сағы хәтәр һуғыш осорона тура килгән, 1941 йылда уҡ атайһыҙ тороп ҡала. Вил ағайҙың атаһы – Ғайса Өмөтбаев Ҡазандан хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Әлмөхәмәт ауылында уҡытыусы булып эшләп йөрөгән тормош иптәшен осрата. Улар 1936 йылда өйләнешә. Бер йылдан һуң Ғайса Өмөтбаевты Көнбайыш Украинаға хәрби хеҙмәткә ебәрәләр. Ҡатыны Асҡарҙа ҡала, ә 1938 йылдың яҙында улы Вил менән ире янына килә. Каменец-Подольский һәм Станислав (хәҙерге Ивано-Франковский) ҡалаларында 1941 йылдың 22 июненә тиклем йәшәйҙәр, был ваҡытта Лена исемле бер йәшлек ҡыҙҙары ла була. Һуғыштың беренсе көнөндә Ғайса Өмөтбаев илебеҙҙең көнбайыш сигендә дошманға ҡаршы торған ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Уҡсылар дивизияһының өлкән политругы дәрәжәһендә ул утлы мәхшәрҙә хәбәрһеҙ юғала. Вил Ғайса улының әсәһе, ике балаһы менән күп ауырлыҡтар кисереп, бер айҙан һуң Асҡарға ҡайтып инә…

– Ысынлап та бөгөн тулҡынландырғыс көн, сөнки беҙ Вил ағайҙың лайыҡлы хәтерен мәңгеләштерәбеҙ, бик яҡшы күренеш. Һеҙ уны – итәғәтле, тәртипле кеше, күрше, аспиранттары һәм студенттары – яҡшы остаз, хеҙмәттәштәре – ҙур белгес, тип белә. Беҙҙең өсөн, яҙыусылар өсөн, Вил Ғайса улы публицист булараҡ яҡын. Мин “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән саҡта уҡ ул яҡташтары, замандаштары, ватандаштарыбыҙҙың ҡаҙаныштары тураһында үҙенең мауыҡтырғыс мәҡәләләрен, очерктарын алып килә ине. Беҙ уны яраттыҡ, һәр саҡ аралаштыҡ. Ул мәҙәниәтте, театрҙы, әҙәбиәтте шул тиклем яратты. Яҙыусыларҙың яңы китаптары сыҡҡан саҡта ул китаптарҙың презентацияһына мотлаҡ килә, китапты уҡып өлгөрөп, үҙенең фекерен белдерә, матбуғатта ошо хаҡта яҙып сыға ине. Театрҙа яңы спектакль ҡуйылһа, ул уның тәүге тамашасыларының береһе булды. Ул төрлө яҡтан үҫешкән үҙенсәлекле шәхес ине.

Вил Ғайса улы үҙенән һуң бик тәрән, сағыу эҙ ҡалдырҙы. Уның ҡаҙаныштарын, әһәмиәтен иҫәпкә алып, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы республиканың Хөкүмәтенә уның исемен мәңгеләштереү – ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыу - тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Хөкүмәттәге комиссия был тәҡдимде хупланы, Башҡортостан Башлығы тейешле документтарға ҡул ҡуйҙы. Бөгөн беҙ был ваҡиғаның шаһитыбыҙ. Вил ағайҙың исеме мәңге йәшәйәсәк, рухы шат булһын, – тине сығышында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ҡәҙим Аралбай Вил Ғайса улы менән яҡындан аралашҡан, уның тормош юлы хаҡында әҫәр-мәҡәләләр яҙған. Аҡһаҡал яҙыусы таҡтаташ асыу сараһына Вил Ғайса улы тураһында яҙған мәҡәләләрен тотоп килгәйне. Сығышында ла замандашы тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Вил Ғайса улы Өмөтбаев 1938 йылдың 18 февралендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Бала сағы Белорет районының Мөхәмәт ауылында уҙа. Вил Ғайса улы 1961 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған. Нефтсе-инженер. Көньяҡ Ҡаҙағстанда нефть эҙләү экспедицияһы начальнигы, Алжирҙа нефть промыслаларында яңы технологияларҙы производствола һынап ҡараусы белгес. Оҙаҡ йылдар “БашНИПИнефть” берекмәһендә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Техник фәндәр докторы, профессор, 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ете китап һәм егерме биш уйлап табылған асыштар авторы. 16 фән кандидаты әҙерләп сығара. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, РФ Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. “БашНИПИнефть” һәм “Геофизика” фәнни-производство берекмәһе янындағы докторлыҡ диссертацияһы советтарының рәйесе (2000–2003), Өфө дәүләт нефть техник университетының Дәүләт аттестация комиссияһы рәйесе (2006 – 2013) була.

2020 йылда декабрҙә Өфөлә Вил Өмөтбаев фажиғәле һәләк була.

Беҙ ышанабыҙ, күренекле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Вил Өмөтбаев тураһында хәтер мәңге йәшәр.

Рәмилә Мусина һәм сарала ҡатнашыусылар ебәргән фотолар.  

 

Сағыу эҙ ҡалдырҙы...
Сағыу эҙ ҡалдырҙы...
Сағыу эҙ ҡалдырҙы...
Сағыу эҙ ҡалдырҙы...
Сағыу эҙ ҡалдырҙы...
Автор:
Читайте нас