Илеш районында кисә билдәле башҡорт шағиры, публицист, прозаик, республикабыҙҙың Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ринат Хәйриҙең тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған ҙур саралар булып үтте.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән Илеш районы хакимиәте ойошторған “Йөрәк йырҙарымды доға итеп, таң нурына төрөп таратам” тип аталған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе Үрге Йәркәй ауылының Мәҙәниәт йортонда башланды. Бында замандаштары, ҡәләмдәштәре, туғандары, уның ижадын һөйөүселәр йыйылғайны. Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин Ринат Хәйриҙең ҡатыны Айһылыу Зәки ҡыҙына, ҡыҙы Ләйсәнгә шағирҙың ижадын халыҡҡа танытыуҙа, китаптарын сығарыуҙа күп көс һалғаны өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина Ринат Хәйриҙең ижадына байҡау яһаны, уны хөрмәт менән иҫкә алды. Шағирә башҡорт әҙәбиәтен пропагандалауҙа ҙур өлөш индергән Илеш районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Яҙыусылар союзының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Әҙиптең әҫәрҙәре буйынса үткән “Мин ышанам әле таңдарға” онлайн-конкурсы еңеүселәре лә “Йәшлек” гәзитенән ебәрелгән бүләктәрҙе уның ҡулынан ҡыуанып ҡабул итте.
Сарала яҙыусы Ғәлим Хисамов, шағир Әхмәр Үтәбай, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина Ринат Хәйри ижадына бөгөнгө көндән бағып, уның ижадының әле лә актуаль икәнлеген асыҡланы, йылы иҫтәлектәре менән бүлеште.
Артабан ҡунаҡтар шағирҙың тыуған яғына, Үрмәт ауылына юлланды. Тәүҙә улар әҙиптең ҡәберенә зыярат ҡылдылар, сәскә һалдылар. Аҙаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған Үрмәт ауылы мәктәбе уҡыусыларының ҙур концертында ҡатнаштылар. Балалар Ринат Хәйриҙең шиғырҙарын уҡыны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Илеш районы һәүәҫкәр артистары сығыштары ла тамашасыларҙың алҡыштарынаышына күмелде.
Шағирҙың хәтер кисәләре бик йылы, туғанлыҡ хисендә үтте. Талантлы шағирыбыҙ Ринат Хәйриҙең рухы шат булғандыр...